Байрам уңайынан
25 Ғинуар 2025, 05:00

Миңә студент тормошо бик оҡшай

Әҙилә ХАРИСОВА, Өфө медицина университеты студенты:

Миңә студент тормошо бик оҡшайМиңә студент тормошо бик оҡшай
Миңә студент тормошо бик оҡшай

- Ырымбур һәм Өфө ҡалаларының медицина университеттарына документтарымды тапшырғайным, ике уҡыу йортона ла уҡырҡа индем. Шулай ҙа Башҡортостаныбыҙҙың баш ҡалаһындағы уҡыу йортон һайланым, быға үкенмәйем. Өс йыл ошо уҡыу йотона уҡырға инеү хыялы менән яндым. Гимназияла 10-сы класта уҡығанда БДМУға беҙҙе экскурсияға алып килгәйнеләр, шунан һуң ошо уҡыу йортона уҡырға мотлаҡ кереү өсөн тырышып уҡыным.
Уҡыуы ауыр - көндөҙ дәрестәрҙә биргән мәғлүмәтте кисен, төнөн ятлау кәрәк. Уҡытыусыларыбыҙ бик һәйбәт һәм төркөмдәге ҡыҙҙар менән егеттәр ҙә бик татыуҙар. Ошо ярты йыл эсендә беҙ бик яҡынайҙыҡ, нығыраҡ дуҫлаштыҡ. Бер-береңә ярҙам итеп уҡыу күңеллерәк, еңелерәк. Студенттар өсөн күп саралар уҙғаралар, тик әлегә беҙҙең унда барырға ваҡытыбыҙ етмәй. Әле ҡышҡы сессияны ябып ике аҙна дауаханала практика үтәбеҙ.
Дөйөм алғанда, миңә студент тормошо бик оҡшай, сөнки ул бик ҡыҙыҡлы, төрлө ваҡиғаларға бай. Уҡыу ауыр булыуға, дәрестәргә күп әҙерләнергә кәрәк булыуға ҡарамаҫтан төркөмдәштәр менән дәрестәрҙән һуң осрашып аралашып өлгөрәбеҙ. 3-cө БРГИла бергә уҡыған класташтарымдың күбеһе Өфөлә уҡый. Улар менән дә осрашып торабыҙ.

Байрамға бәйле материалдар тулыһынса гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас