Өфөләге Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының психология факультетының 1-се курс студентымын. 8-се кластан уҡ психология тураһында китаптар уҡып, кешеләрҙең төрлө ваҡытта төрлөсә уйҙары, хис-тойғолары менән ҡыҙыҡһына торғайным. Уҡыған урыным үҙемә бик ныҡ оҡшай! Уҡыуы ауыр тип әйтеп ҡурҡытмайым киләсәк студенттарҙы, ләкин еңел тип тә әйтеп булмай. Ваҡытында уҡып, лекцияларҙы яҙып, ятлап йөрөһәң, бөтәһе лә шәп буласаҡ.
Дуҫтарым бик күп! Корпусҡа килеп кереү менән иптәштәремде, таныштарымды осратам. Бөтәһе лә шәп, көләс, тәртипле дуҫтар улар!
Уҡыуҙан тыш беҙҙә төрлө саралар, конкурстар, квиздар үтеп тора. Үҙем инде бейеү яғына ынтылам.
Форсаттан файҙаланып, яратҡан Яҡшымбәт ауылы мәктәбенә, тырыш уҡытыусыларыма айырым рәхмәтемде еткергем килә! Мәктәптә бирелгән белемде кәрәгенсә алмаған булһам, киләсәк тормошомда ауырлыҡтар булыр ине!!
Ә киләсәктәге хыялым минең былай: психолог һөнәрен һәйбәт итеп үҙләштереп, үҙемдең психологик ярҙам үҙәгемде асыу! Теләк булғас, уға ирешеп тә булалыр тип уйлайым!
Һәм дә инде бөтә булған студенттарҙы байрам менән ҡотлайым! Тырыш, түҙемле һәм шәп булып ҡалайыҡ!