- Ата-әсәйем хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән кешеләр. Мин бала саҡтан уҡ тормошомдо ошо өлкә менән бәйләйәсәгемде белә инем. Шуға күрә, Күмертау ҡалаһындағы политехник лицей-интернатын уңышлы тамамлап Өфө фән һәм технология университетына уҡырға индем. Уҡыуы еңел бирелә, дәрестәрҙә бирелгән мәғлүмәтте тиҙ үҙләштерәм шуға бик шатмын. Бер туған мырҙам да Өфө ҡалаһында уҡый, уның менән осрашып торабыҙ һәм ял көндәре уның менән бергә Күмертауға өйгә ҡайтабыҙ. Әсәйем эш буйынса баш ҡалаға килгәндә, юл ыңғайы кереп хәлдәрҙе белеп сыға. Студент тормошо, әлбиттә, күңелле. Уҡып та, ял итеп тә өлгөрәбеҙ. Юҡҡа ғына студент тормошо – ул иң күңелле, онотолмаҫлыҡ хәтирәләргә бай осорҙарҙың береһе тип әйтмәйҙәр бит.