- Минең апайым Лилиә медицина юлын һайланы, ул тиҙҙән теш табибы буласаҡ. Шуға күрә мин дә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләйәсәкмен тип үҙемә маҡсат ҡуйҙым. Әле мин беренсе сессиямды уңышлы тамамлап, ҡыуанып уҡып йөрөйөм. Өйҙән алыҫ булыуы ғына аҙыраҡ күңелде ҡыра. Курсташтарым һәйбәт, дуҫтар ҙа таптым. Уҡыу йортоноң дөйөм ятағында студенттар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Ҡала ла бигерәк матур. Дәрестәр генә һуң тамамлана, шуға күрә буш ваҡыт ҡалмай тиерлек.
Кеше һаулығын һаҡлау — иң мөһим маҡсаттарымдың береһе, һәм мин был йүнәлештә алға барыу өсөн бөтөн тырышлығымды һаласаҡмын.