Дүртенсеһе лә бар, әммә ул, ниңәлер, бындай сараларҙан йыраҡ тора, килмәй. Кешенең эсен ярып ҡарап булмай, тимәк, сәбәптәре бар.
Бөгөнгө Көйөргәҙе районы юбилейына бәйле сарала, уның ҡарауы, элекке икәүһе килде. Теге саҡ Юлай Ильясовтан интервью алғанда (ул бөгөн гәзиттә баҫылды), янығыҙҙа бер түгел, өс башлыҡ (элекке булһалар ҙа) йөрөй, улар һеҙгә ҡамасауламаймы тигән һорау биргән инек. Юлай Талха улы иһаһайлап көлдө генә, ололарҙың тәжрибәһенә таянам, тине.
Ниндәй уйҙар уятты был өсәү? Башлыҡ булыу - майлы ҡалъя һоғоноу түгел, ауыр, яуаплы эш. Барыһы ла гел шыма бармай, үсеккәне, үпкәләгәне, асыу йөрөткәне мотлаҡ була. Йылдар үткәс, вазифаны ташлап киткәс, ҙур сәхнәләрҙән тороп, һәр саҡ халыҡтың күҙенә тура ҡарарлыҡ итеп эшләргә яҙһын ине бөтәһенә лә.