Эйе, ошо ауылға килен булып төшөп, тәүге тапҡыр ошо ерҙәрҙә шишмәгә һыуға төшкән яҡташтарыбыҙҙың киләсәк быуынға һөйләр тарихтары бик күп.
"Был яҡтарҙы мин тәүге тапҡыр поезд менән Ырымбур ҡалаһына китеп барғанда күрҙем бит, " - тип һүҙен башланы, бик күп йылдар башланғыс синыфтарҙа уҡытҡан уҡытыусы Гөлшат Сәғҙәтулла ҡыҙы. " Ул ваҡыттарҙа Яҡут ауылына килен булып төшөрөмдө белмәнем дә.
"Эйе, - тип һүҙгә ҡушыла Рәмзиә Миңлеғәле ҡыҙы - Ошо ауылға килдек тә, таштай баттыҡ, " - ти ул. Шулай инде, бик күп тиҫтәләгән йылдар үткән, әйтергә хаҡы бар! Нисәмә йылдар тормош иптәше менән ауылда культура ағартыу эшен алып баралар.
Һүҙгә Роза Әбйәлилова ҡушыла. Ул ошо ауылдың фельшеры булып эшләгән бик күп йылдар, әле хаҡлы ялда.
Һәр кемдең йөрәк тибешен белә ул был ауылда, һөйләр һүҙҙәре етерлек уның.
Раушания Буранова һаулыҡ һағында әле булһа эшен дауам итә. Эшен бик яратып башҡара ул, тырышып эшләп йөрөй. Әйткәндәй, һеҙ белмәгән серҙе әйтәм әле. Раушания әхирәтебеҙ үҙенең тормош иптәшен Роза Әбйәлилованың шаһиты булып, Яманғол ауылына туйға барғанда осрата.
Беҙҙең арала ике һауынсы булып эшләгән Миңзәлә Мәсәғүтова менән Гәүһәр Азнабаеваның да һөйләр һүҙҙәре бик күп.
Икеһе лә алыҫ яҡтарҙан килеп ошо Көйөргәҙе ерен үҙ иткән ауылдаштарыбыҙ улар.
Тыуған ер ул- дуҫтар, һин, мин, беҙҙең ғәзиз балаларыбыҙ. Тыуған ерҙе һәр кем күңелендә үҙенсә төҙөй. Яҡшы итеп төҙөһә, ул шул хәҙәрем йөрәгенә ятышлы була. Ошо ғәзиз ерҙәреңдән бер ҡайҙа ла киткең килмәй, ә бер ҡайҙа барһаң инде, һағынып, ашҡынып ҡайтаһың!
Беҙ ғоруланабыҙ һинең менән, Көйөргәҙе
районы!
Таңһылыу Исламғолова, Яҡут ауылы