Бындай саралар йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләүҙә һәм илебеҙгә ҡарата һөйөүҙе арттырыуҙа ла ҙур роль уйнай. Рәшит Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ гимназияһы уҡыусылары һәм уҡытыусылары ла был саранан ситтә ҡалманы. Улар музыка һәм бейеү уҡытыусыһы Татьяна Исҡужина етәкселегендә илебеҙгә, уның тарихына һәм ватанды һаҡлаусыларға булған һөйөүҙәрен сағылдырған концерт номерҙары әҙерләне. Концертта ҡатнашыусы уҡыусыларҙың тырышлығы һәм ижади һәләттәре тамашасыларға яҡшы кәйеф бүләк итте. Шүлай уҡ математика уҡытыусыһы Фәиз Ҡобағошов гитара ла уйнап, йырҙар башҡарыуы концертты тағы ла нығыраҡ йәмләне.