Элек – электән илдең терәге – ир – егет, ғаилә терәге - атай кеше тип һаналған. Шуға күрә лә егеткә - ил терәге, ғаилә таянысы булыу кеүек оло, яуаплы бурыс бирелгән. Беҙҙең гимназиябыҙ егеттәре лә көстәрен, тапҡырлыҡтарын, мәргәнлектәрен, етеҙлектәрен һынанылар, үҙҙәренең юморға бай икәнлектәрен дә иҫбат иттеләр. Егеттәребеҙ өсөн автоматты тиреп-йыйыу, гир күтәрү, картуф таҙартыу, музыкаль номер һәм башҡа конкурстар уҙғарылды. Барлыҡ һынауҙарҙы уҡыусыларыбыҙ уңышлы үтте.
Ваҡыты еткәс егеттәр ҙә илебеҙ һағына баҫып уңышлы хеҙмәт итеренә ышанабыҙ. Уларға әлегә уҡыуҙарында уңыштар, һаулыҡ, ҡуйған маҡсаттарына ирешеүҙәрен теләйбеҙ.
Наилә КҮҘБАЕВА, 3-сө БРГИ тәрбиәсеһе