Бөтә яңылыҡтар
Байрам уңайынан
23 Февраль , 11:28

Иң абруйлыһы кем?

Forbes булмаһаҡ та, беҙ ҙә үҙебеҙсә, ҡатын-ҡыҙҙар рейтингыһын булдырырға ҡыйыулыҡ иттек.

Иң абруйлыһы кем?
Иң абруйлыһы кем?

Беренсегә түгел, бындайҙы элек тә эшләгән булды, әле 8 март байрамы алдынан йәнә ошо аҙымға барырға булдыҡ - район-ҡалала иң абруйлы (влиятельная) ҡатын-ҡыҙ кем икән? Ҡыҙҙарҙың кем, ҡайҙа эшләгәнен яҙып тормайбыҙ, Күмертауҙы, Көйөргәҙене белгәндәр уларҙы мотлаҡ белә.
Был тауыш биреүҙе үтә етди ҡабул итеп, беҙҙе тызый, талай башламағыҙ (элек ныҡ ҡына әрләнгәйнек, юғиһә), бер ниндәй рейтингтарға ҡарамай, гүзәл зат өсөн иң мөһиме - һөйгәнең, туғандарың алдында гел беренсе булыу икәнен барыбыҙ ҙа белә.
Тауыш биреүҙе Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан туҡтатабыҙ.

Автор:
Читайте нас