"Яҡташтарым маскировка селтәрҙәрен үреп, гуманитар ярҙамы йыйыуҙы бик әүҙем алып бара. Беҙгә лә төрлө тарафтарҙан ебәрелгән посылкалар килеп етә. Кәрәкле техника ла ебәрә ҡайһы берҙәр. Райондаштарыма яугирҙәребеҙгә ярҙам итеп, бөтә күңел йылыһы һалып үргән маскировка селтәрҙәре өсөн рәхмәт. Улар бик кәрәкле әйберҙәр беҙҙең өсөн. Аҙыраҡ арыу тойғоһо бар, шулай ҙа бирешергә уйламайым. Барыһы ла яҡшы буласаҡ", - ти ул. Әйткәндәй, яҡташ егетебеҙ Махсус хәрби операция башланған йылда уҡ контракт буйынса яуға юлланғайны. Контракт тамамланғас ҡайтып, Себер тарафтарында ла эшләне. Тик күңеле уны һаман хәрби дуҫтары янына тартты. Егеттәребеҙ яу ҡырында булғанда тыныс ҡына ята алмай ул кире "тегендә" китте.
Ошодай үҙҙәрен аямай, беҙҙең тыныслыҡ өсөн көрәшкән егеттәребеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уяна. Уларҙың һәр береһе беҙҙең өсөн яҡын. Яугиребеҙгә теләгебеҙ бик ҙур - тиҙерәк иҫән-имен туғандары янына ҡатырға булһын.