8 март байрамы алдынан, үҙебеҙсә, район-ҡала масштабында иң абруйлы ҡатын-ҡыҙ кем ул тигән һорауға яуап эҙләп, ниһайәт, тауыш биреү ярҙамында, был эштең осона сыҡтыҡ.
Беренсе урында - Әнисә Түләгәнова!
Әнисә Сәғит ҡыҙын ихлас ҡотлайбыҙ.
Был тауыш биреүҙә аҙ тауыш йыйғаны иң абруйһыҙымы - юҡ, әлбитттә. Донъяға яралған һәр ҡыҙ заты юҡҡа ғына тыумай, уның миссияһы шулай - тормошҡа йән һәм йәм керетеү, ошондай зат булып та абруйһыҙ булып ҡара!
Кемдәр беҙҙең тауыш биреүҙә ҡатнашҡан, бөтәһенә лә ҙур рәхмәт. Беҙҙең төркөмгә, гәзиткә битараф булмаған һәммә гүзәл затҡа иң мөһим теләк: бөтәгеҙҙе лә ҡатын-ҡыҙ бәхетенән айырмаһын - яратҡан бала, әсә, ҡатын-кәләш, өләсәй булып йәшәргә яҙһын!