Бөтә яңылыҡтар
Байрам уңайынан
6 Март , 07:55

Яҡут китапханаһында бик йәнле генә сара үтте

Ул Ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналғайны.

Яҡут китапханаһында бик йәнле генә сара үтте
Яҡут китапханаһында бик йәнле генә сара үтте

Бындай саралар, бик тә фәһемле, китап яратҡан дуҫтарыбыҙҙы берләштерә.
Ә бөгөнғө көндә беҙҙең төп маҡсатыбыҙ; Һуғыш яландарында йөрөгән һалдаттарҙың ғаиләләренә бәләкәй генә хөрмәтебеҙҙе күрһәтеү теләге.
Шундай матур сағыу байрамдың бик ҡыйын ваҡыттарға тура килеүе бик ауыр, нисәмә йылдар инде, әҙәм балаһы ут йотҡан һымаҡ йәшәй.
Һәр әсәнең бөгөнгө көндә бер генә теләге;
Илебеҙгә тыныслыҡ килһен!
Иҫән- имен булһын улдарыбыҙ!
Бөгөнгө ҡунаҡтарыбыҙ СВО- лә йөрөгән һалдаттарҙың туғандары, әсәләре, ҡатындары, яҡыдары.
Байрам алдынан, балалар менән аралашып, күңеллдәрҙе күтареп, байрамса төҫ алып ултырған ошо өләсәйҙәребеҙгә, әсәйҙәребеҙгә, гүҙәл ҡыҙҙарыбыҙға бик рәхмәтлебеҙ!
Бөгөнгө кисәбеҙгә балалар йәм өҫтәп кенә ҡалманылар, әсәйҙәрҙе бер рәхәтләндереп көлдөрөп тә алдылар.

Бар йылыһын биреп күңелдәрҙең
Ҡотлайбыҙ беҙ Бөйөк бер затты
Изге теләктәргә, ихтирамға
Улар лайыҡ, улар бик хаҡлы!

Көндөң яктылығы- ҡояшта
Күктең матурлығы- йондоҙҙарҙа
Ерҙең гүзәллеге һеҙҙә
Ҡәҙерле ҡатын- ҡыҙҙар!

Таңһылыу Исламғолова, Яҡут ауылы. 

Автор:
Читайте нас