Бөтә яңылыҡтар
Байрам уңайынан
8 Март , 09:42

Бар доньяны биҙәр ҡатын-ҡыҙ!

8 март Халыҡ- ара ҡатын ҡыҙҙар көнө уңайынан мәҙәниәт йорто фойеһында, “Яулыҡтарҙа халҡым тарихы” исемле күргәҙмә ойошторолдо. 

Бар доньяны биҙәр ҡатын-ҡыҙ!
Бар доньяны биҙәр ҡатын-ҡыҙ!

Изге ураҙа айында халҡыбыҙҙың яулыҡ ябыныу тарихына, бер ҙур сәйәхәт булды тиһәктә була. Яулыҡ ябыныу, бик күп халыҡтарҙың, шул иҫәптән ислам диненең дә төп атрибуты, сағыу бер өлөшө булып тора. Яулыҡ ҡатын-ҡыҙға матурлыҡ ҡына түгел, тыйнаҡлыҡ, бөхтәлек, баҫалҡылыҡ өҫтәй, һаҡлаусы ҡалҡан булып та тора. Күргәҙмә лә “Ынйылар” халыҡ фольклор коллективы апайҙары һәм ҡыҙҙарының алып килгән шәл-яулыҡтары араһында ниндәйе генә юҡ – күп төрлөлөгенән, матурлыҡтарынан яһалған күргәҙмәнән күҙҙәр ҡамашты. Улар әсәй-өләсәйҙәр, ҡәйнәләренән ҡалған зиннәтле ҡомартҡы итеп һандыҡ төптәрендә һаҡлаған боронғо яулыҡтарын алып килгәндәр һәм уларҙың араһында күҙ ҡараһындай һаҡлаған боронғо яулыҡтар ҙа бар ине. Шулай уҡ хәҙерге заманса зауыҡлы яулыҡтар ҙа күргәҙмәлә сағыу урын алып байрамыбыҙҙы биҙәне.
Яулыҡ бәйләү оҫталыҡ дәрестәре лә байрамдың бер матур өлөшө килгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ күңелдәренә хуш килде. Иң мөһиме был сара ла балаларҙа ситтә ҡалманы уларҙа сағыу яулыҡтары менән ололарҙан ҡалышмай дефиле күһәттеләр, яулыҡтарҙың тарихы менән таныштылар.

Шулай уҡ, 8 март – Халыҡ ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған «Бар доньяны биҙәр ҡатын-ҡыҙ!» исемле байрам концерты үтте.
Яҙ һулышы, дәрт, саф тойғолар менән һуғарылған концерт программаһы тамашасы күңелендә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Һәр сығыштарҙы дәррәү алҡыштарға күмеп артистарыбыҙға дәрт өҫтәнеләр. Моңло йырҙарыбыҙ, дәртле бейеүҙәребеҙ, йылы һүҙҙәребеҙҙән торған "сәскә гөлләмәләребеҙ" яҙ һәм матурлыҡ байрамына әйләнде.

Рәмзиә Әбйәлилова, Яҡут ауылы. 

Автор:
Читайте нас