Бөтә яңылыҡтар
Байрам уңайынан
9 Март , 09:09

Йәгеҙ әле, килендәр!

Көйөргәҙе ауылында, Халыҡ -ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан, "Йәгеҙ әле, килендәр! " исемле конкурс үтте.

Йәгеҙ әле, килендәр!
Йәгеҙ әле, килендәр!

Ярыш «Визитка», «Фантазияңды күрһәт», «Табын әҙерләү», «Ижади конкурс» һәм «Капитандар конкурс»тарынан торҙо.
Конкурс бик ҡыҙыҡлы, ярыштар көсөргәнешле үтте.
Ауылыбыҙҙың дəртле, уңған ҡатын-ҡыҙҙары ҡара- ҡаршы таҡмаҡтар әйтеү, йомаҡ ҡойоу буйынса ла, йыр-бейеүҙə лə һынатманы, тəмле аш-һыуға оҫталыҡтарын да күрһəтте. Командалар ярыштарға әҙерләнгән арала, тамашасыларға уҡыусылар, ҡаланан ҡайтҡан ҡунаҡтар, үҙҙәренең дәртле йыр- бейеүҙәрен бүләк иттеләр.

 

Автор:
Читайте нас: