Бөтә яңылыҡтар
Байрам уңайынан
25 Март , 09:49

Моңло һандуғас

Регина Мырҙағолова-Хузина, Күмертау ҡалаһы:

Моңло һандуғас
Моңло һандуғас

- 10-сы синыфҡа тиклем шул коллективта шөғөлләндем һәм районда уҙған һәр сарала сығыш яһап йөрөнөм, республикала, районда уҙған вокал конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яуланым. Артабан, 2015 йылдан алып, үҙем шөғөлләнгән "Йылмайыу" ансамблен етәкләнем.
Хәҙер инде мәҙәниәт өлкәһендә эшләүемә 10 йыл. Ижади юлым 2007 йылда районыбыҙҙа уҙған "Һандуғасҡай" конкурсында еңеү яулағандан һуң башланды. Шул ваҡыттан алып мәҙәниәт өлкәһендә ҡайнап йәшәйем.
Мәктәпте тамамлар алдынан, һөнәр һайлау алдында торғанда, юрист булырға тип ҡарар ҡабул иттем. Ул ваҡытта бөтөнләй мәҙәниәт юлын һайларға уйым булманы. Шулай ҙа, БДУ-ға уҡырға индем, шул уҡ ваҡытта районыбыҙҙың «Йәшлек» мәҙәниәт һарайында хормейстер булып эш башланым. Мәҙәниәт һарайының директор булған Ирина Васильевна Барановскаяға, миңә ышанып, тәжрибәһеҙ килеш эшкә алғаны өсөн рәхмәтлемен.
Юғары уҡыу йортон ҡыҙыл диплом менән тамамлағас һөнәрем буйынса эшләргә тип уйлаған инем, ләкин мәҙәниәт мине ебәрергә теләмәне. Эшләү осоронда ижадҡа тағы ла нығыраҡ эҫендем, коллективыма йөрөгән балаларға шул тиклем күнектем, шуға күрә ошо уҡ урында эшемде дауам итергә булдым.
Күптән түгел генә институтта алған белемемде лә тормошҡа ашыра алырлыҡ урын таптым. Мин ижадты һәм Ермолаево ауылының 1 - се мәктәбендә эшләүҙе берләштерәм, унда балаларға тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәрен уҡытам.
2015 йылдан алып 2024 йылға тиклем «Йәшлек» район мәҙәниәт һарайында эшләнем, шул уҡ ваҡытта 2017 йылдан Күмертау ҡалаһының Күмерселәр мәҙәниәт һарайында вокалсы булып та эшләп йөрөнөм, хәҙер даими рәүештә ҡала мәҙәниәт һарайында эшләйем. Бөгөнгө көндә минең етәкселектә 17-35 йәшлек 10 ҡыҙ йөрөгән «Элегия» һәм 7-15 йәшлек 15 бала йырлаған «Ассорти» вокал коллетивтары шөғөлләнә.
Бер йыл элек "Күмерселәр" мәҙәниәт һарайына эшкә килгәс, өр-яңы вокал коллектив тупланым. Мине бик йылы ҡаршы алдылар һәм һәр яҡлап ярҙам иттеләр, ҡала сараларында шатланып сығыш яһау өсөн иҫ киткес яңы күлдәктәр һатып алдылар. «Күмерселәр» мәҙәниәт һарайы директоры Сергей Шаифович Әбләкимовҡа ижади идеяларыбыҙҙа һәр саҡ ҙур ярҙам күрһәткәне өсөн бик рәхмәтлемен.
Бөгөнгө көндә мәҙәниәт өлкәһендә эшләү бик оҡшай, тип ныҡлы әйтә алам. Бер эшмәкәрлек өлкәһе лә ижад өсөн бындай ҙур киңлектәр асмайҙыр. Тәүҙә мин йыр менән генә шөғөлләнермен тип уйлағайным, ләкин мәҙәниәт өлкәһе ул шул тиклем киң, бында бик күп нимәгә өйрәнергә була. Видео монтажлау, тауыш яҙҙырыу студияһында эшләү, декорациялар эшләү, төрлө театрлаштырыуҙарҙа уйнай, бейеү, быларҙың барыһын да яҡшы белеү мотлаҡ. Бындай күп ҡырлы эштә эшләүемә шатмын һәм шуға күрә ошо юлды һайлауыма бер ҙә үкенмәйем.
Һәр ваҡыт ижадҡа ҡыҙыҡһыныуымды нығытҡан һәм әле лә миңә ярҙам иткән ата-әсәйемә бик рәхмәтлемен. Хәҙер инде тормош иптәшем дә бөтә фестивалдәрҙә, конкурстарҙа төп таянысым һәм ярҙамсым булып тора.

Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: