Өфөлә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Көнөнә арналған тантаналы сара уҙғарылды.
Башҡортостан республикаһы хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаев мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәрен байрам менән ҡотланы һәм иң яҡшы артистарҙы, музей хеҙмәткәрҙәрен, китапханасыларҙы, рәссамдарҙы һәм яҙыусыларҙы бүләкләне. Бүләкләү тантанаһы Башҡорт опера һәм балет театрында үтте.
Дәүләтшина Әлфиә Рәйес ҡыҙы 10 йылдан ашыу БР Күмертау ҡалаһы ҡала округының Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһында "Ажур-Семәр" оҫталыҡ студияһы етәксеһе булып эшләй. Уның ҡул эштәре күргәҙмәләрҙә һәм конкурстарҙа юғары баһа ала. Әлеге ваҡытта "Алтын тирмә" этномәҙәни үҙәге" проекты буйынса РФ мәҙәниәт Министрлығының "Урын Генийы "федераль проектына конкурс буйынса һайлап алыу үткән "Халыҡ художество кәсептәре һәм һөнәрҙәре" креатив индустрия йүнәлеше буйынса куратор эшен алып бара.