Бөтә яңылыҡтар
Байрам уңайынан
30 Март , 08:41

УРАҘА ҒӘЙЕТЕ МӨБӘРӘК БУЛҺЫН!

Тәнебеҙгә һаулыҡ, күңелебеҙгә тыныслыҡ, рухыбыҙға иҫәнлек килтерһен.

УРАҘА ҒӘЙЕТЕ МӨБӘРӘК БУЛҺЫН!
УРАҘА ҒӘЙЕТЕ МӨБӘРӘК БУЛҺЫН!

Хөрмәтле Күмертау ҡалаһы халҡы! Бөтә мосолмандарҙы Изге Рамаҙан айының тамамланыуы һәм Ураҙа байрамы менән ихлас ҡотлайым! Ураҙа байрамы - рухи таҙарыныу, күңел тыныслығы булдырыу, мәрхәмәтлек һәм йомартлыҡ тураһында иҫкә төшөрөү ваҡыты. Был көндө яҡындар менән йыйылышып, шатлыҡ, ҡыуаныстар менән уртаҡлашып, бер-береңә хәстәрлек күрһәтеп, туғандар һәм дуҫтар менән бәйләнештәрҙе нығытыу мөһим һанала. Был байрам бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белергә, бер-беребеҙгә яҡын булырға, ярҙамға мохтаждарға ярҙам күрһәтергә, яҡындарыбыҙҙы ҡеүәтләп, илһамландырып торорға өйрәтә. Бөгөнгө көндә яу яланында йөрөгән егеттәребеҙҙең рухын күтәреүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән мосолман берләшмәләренә айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә теләйем. Беҙ бергәләп батырҙарыбыҙ һәм уларҙың яҡындары өсөн, шулай уҡ, азат ителгән ерҙәрҙә тыныслыҡты тергеҙеүселәр өсөн доғалар ҡылабыҙ. Һеҙгә һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйем. Һәр яңы көн мөхәббәт, тыныслыҡ һәм изге эштәр менән тулы булһын, тотҡан Ураҙаларығыҙ ҡабул булһын. Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын! Һеҙгә һаулыҡ, рухи именлек һәм ғаилә бәхете теләйем.

И. А. ПАНЬКИНА, Дәүләт Думаһының дәүләт төҙөлөшө Һәм ҡануниәт буйынса Комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәй юристар Ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе Рәйесе.

Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр һәм район халҡы! Ысын йөрәктән һеҙҙе мосолмандарҙың төп байрамдарының береһе - Ураҙа байрамы менән ҡотлайым! Изге Рамаҙан айының тамамланыуы - мосолмандарҙың мөһим һәм яратҡан байрамдарының береһе, ул ысын мәғәнәһендә изгелек, яҡтылыҡ, таҙа уй-ниәттәрҙең символы булып тора. Ошо көндәрҙең яҡты уй-фекерҙәре һәм ынтылыштары, мәрхәмәтлелеге һәм изге эштәре беҙҙең йөрәктәрҙә тамырланып, киләсәккә тоғро юлдаш булһындар ине. Был яҡты байрам көндәрендә бөтәгеҙгә лә күтәренке кәйеф теләйем. Аллаһы Тәғәлә беҙҙең ураҙаларыбыҙҙы һәм доғаларыбыҙҙы ҡабул итһен, мәрхәмәтлек күрһәтһен! Ураҙа байрамы өйҙәрегеҙгә йылылыҡ, бәхет-шатлыҡтар, именлектәр алып килһен! Ысын күңелдән барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, изге эштәр, уңыштар, бәхет, күңел тыныслығы теләйем!

Ю.Т. ИЛЬЯСОВ, Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Күмертау ҡалаһының хөрмәтле мосолмандары!

Һеҙҙе ысын күңелдән изге Рамаҙан айы тамамланыуы һәм Ураҙа байрамы менән ҡотлайым! Бөгөн мосолмандар ураҙа тамамланыу уңайынан туғандары һәм таныштары менән йыйыла, бер-береһенә хөрмәтен белдерә, күңел йылыһын өләшә, яҡындарын иҫкә төшөрә. Беҙҙең ҡалала төрлө милләт һәм дин вәкилдәре татыулыҡта йәшәй. Ғаилә ҡиммәттәре, дин һәм конфессия-ара хеҙмәттәшлек нығына. Ысын күңелдән һеҙҙе Ураҙа байрамы менән ҡотлайым. Изге Ураҙа байрамы йорттарығыҙға ҡот, бәрәкәт, күңелдәрегеҙгә яҡтылыҡ һәм тыныслыҡ алып килһен! Изге айҙа йыйған игелектәрегеҙ һеҙҙең менән мәңгелеккә ҡалһын! Һеҙгә һаулыҡ, йортоғоҙға именлек һәм уңыштар, теләйем!

 О.А. АСТАХОВ, Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы

Әғүҙү билләһи минәш шәйтанир ражиим Бисмилләһир-рәхмәнир-рахим. Әссәләмәғәләйкүм, ғәзиз һәм хөрмәтле милләттәштәр, диндәштәр, ҡәҙерле туғандар! Бөтә маҡтауыбыҙ һәм рәхмәтебеҙ мәрхәмәтле һәм рәхимле, ғаләмдәребеҙҙең тәрбиәсеһе Раббыбыҙ Аллаһы Тәғәләгә һәм бөйөк Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһи үә сәлләмгә яуһын! Тәнебеҙгә һаулыҡ, күңелебеҙгә тыныслыҡ, рухыбыҙға иҫәнлек килтерһен, ислам диненең биш бағанаһының береһе булып торған ураҙабыҙ үтеп тә китте, әлхәмдүлилләһ! Рамаҙан айы - иманыбыҙҙы көсәйтеү, ғилемебеҙҙе арттырыу, йәмәғәтебеҙҙе берләштереү һәм башҡа яҡшы ғәмәлдәр өсөн бик ҙур мөмкинлектәр тыуҙырҙы. Арабыҙҙа намаҙ уҡыусыларҙың, ураҙа тотоусыларҙың йылдан-йыл арта барыуы һөйөнөслө. Тимәк, Раббыбыҙ халҡыбыҙҙы хаҡ юлға ҡайтара, бының өсөн беҙгә шөкөр итергә һәм шатланырға кәрәк! Хөрмәтле туғандар! Мөбәрәк Рамаҙан айыбеҙгә ризыҡтың, һыуҙыңҡәҙерен белергә, насар ғәҙәттәрҙән арынып, нәфселәребеҙҙе тыйып, изгелектәр ҡылырға өйрәтә, сабырлыҡ, миһырбанлыҡ, шәфҡәтлелек һәм тырышлыҡ сифаттарын тәрбиәләй. Бөтәгеҙҙе лә ысын күңелдән Ураҙа байрамы менән ҡотлайбыҙ! Һәммәгеҙгә лә Аллаһтың рәхмәте яуһын! Аллаһ Раббыбыҙ һәр ҡайһыбыҙға хәйерле ғүмер, сәләмәтлек, сабырлыҡ, бәхетһеҙҙәргә бәхет, тәүфиҡһыҙҙарға тәүфиҡ, татыулыҡ, тыныслыҡ, именлек бирһен һәм ғонаһтарыбыҙҙы кисерһен ине. Аллаһ ҡушҡандарҙы үтәп, тыйғандарҙан тыйылып, һайлап ҡуйған етәкселәргә итәғәт итеп, берҙәм һәм татыу булып, ауырлыҡтарға бирешмәй, күңелебеҙгә иман нуры һәм күркәм сабырлыҡтар биреп, һәр ваҡыт алға ынтылып йәшәргә насип итһен! Әмин. Әмин. Әмин.

Айнур хәҙрәт ҠӘҘИМОВ, Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы имам-мөхтәсибе

Автор:
Читайте нас: