Рәшит Вәлитов шулай ти. Сходтары булған да, ауыл халҡы Рәшит староста булһын тип, унһыҙ хәл иткән. Һәм үкенмәгәндер. Шул осорҙан алып Молоканда байтаҡ ҡына эштәр эшләнде (күбеһенә үҙебеҙ шаһит). Өмә тиһәң, элек бик ҡыбырҙап бармағандар ҙа дәррәү сыға, бер мәл хатта бөткән ауыл Михелевканан алып Молоканғаса юлдағы сүп –сарҙы йыйҙылар. Байрам да ойшоторҙолар, тау башына елле итеп яҙыу яҙҙылар (Молокан тигән яҙыу хәҙер әллә ҡайҙан күренеп тора).
- Эштәр күп әле, пландар бихисап. Ауылға кергән ерҙә кәртәләр ямаҡ булып тора, шуларҙы яңыртабыҙ. Колхоздан ҡалған келәттәр ауылдың йәмен ебәреп ултыра, уларҙы ағартырға кәрәк. Зыяратты ППМИ программаһына сығарырға кәрәк... Молокандар – әүҙем ул, йәше лә, ҡарты ла. Уларға рәхмәт, әйткәнде тыңлайҙар.
- Һин бит СВО-ға ла гел барып тораһың...
- Эйе, тотам да сығам да китәм, егеттәргә гуманитар ярҙам алып барам. Үҙ машинамда, бер үҙем. Күпмелер бармай торһам, егеттәрҙе һағына башлайым.
Рәшит Вәлитов Үҙидара көнөнә арналып, беҙҙе гәзиттең социаль селтәрендә иғлан ителгән конкурста еңде (911 тауыш йыйҙы – иң күбе). «Юшатыр» гәзите старостаға бүләген бирҙе, ҡотланы: афарин, Рәшит, йәшәһен Молокан!
Үҙидара көнөнә арналған материалдар гәзиттә баҫылды.