Бөтә яңылыҡтар
Байрам уңайынан
1 Июнь , 16:56

Мин бәхетле

Илзиә АҘНАБАЕВА, М.Рәхимов исемендәге 3-сө БРГИ уҡыусыһы

Мин бәхетле
Мин бәхетле

Каникулдарҙы түҙемһеҙләнеп гел көтөп алам. Йәйәге ялдар бигрәк тә оҡшай, сөнки Яңы Юл ауылында йәшәүсе өләсәйемә ҡунаҡҡа ҡайтам. Гөлнара өләсәйем йәшәгән ауыл минең күңелемә бик яҡын. Йылғала һыу инеү генә ни тора. Күп кенә малай-ҡыҙҙар ҙа ҡайта ҡаланан бында.
Өләсәйем ейән-ейәнсәрҙәргә бай. Беҙ күмәкләп уның янында ялдарыбыҙҙы үткәрәбеҙ. Ул беҙҙе төрлө тәмле аштары менән һыйлай. Өләсәйем менән ер еләге йыйырға ла йөрөйбөҙ. Ул еләктән телеңде йоторлоҡ бәлештәр һала. Үҙемде бәхетле бала тип һанайым, сөнки мине һәр ваҡыт йылы ҡаршы алып, бар наҙын биреп яратҡан өләсәйем бар. Уның янында ялдарымды үткәрә алыуым менән мин бәхетле.

Автор:
Читайте нас: