Балалалар көнөн бик яратабыҙ беҙ. Сөнки ошо көндән каникулдар ҙа башлана. Бына беҙҙең һағынып көтөп алған йәмле, йәшел, сәскәле күлмәген кейеп, беҙҙе һөйөндөрөп йәй килде һәм беҙ ялға сыҡтыҡ. Йәйҙе яратмаған кеше юҡтыр ул был донъяла. Әлбиттә, бала-саға өсөн өс айға һуҙылған ҙур байрам, сөнки китаптар һәм мәктәп тураһында онотоп торорға мөмкин.
Был көн башҡа көндәрҙән үҙенең шатлығы, йылмайып торған ҡояшы менән иҫкә кереп, күңел түрендә уйылып ҡала. Ә мин үҙемдең ғаиләм тураһында яҙырға булдым. Беҙҙең ғаилә тулы тип һанала һәм унда һәр кеше үҙен бәхетле тоя. Минең исемем Әмирова Иллария Илнур ҡыҙы. Мин 1-се һанлы "Гармония" мәктәбендә 10-сы синыфты тамаланым. Хип-хоп түңәрәгенә йөрөйөм, бейергә бик яратам. Әтейемдең исеме Илнур Эльфир улы уңған, көслө, аҡыллы, эшсән сабыр кеше. Әнейем Гөлнара Фаурат ҡыҙы. Ул ғаилә усағын һаҡлаусы, уңған һөйкөмлө кеше. Ҡустым Риналь, 5-се һанлы мәктәптә 4 класты тамамланы, шулай уҡ спортты ярата, футбол һәм ДЗЮДО түңәрәктәренә йөрөй. Төрлө ҡалаларҙа сығыштар яһайбыҙ. Ә кескәй һеңлебеҙ Айлина “Айгөл” балалар баҡсаһына ййөрөй, шулай уҡ бейергә бик ярата. Ғаиләбеҙ бик татыу һәм бәхетле. Бергәләп ял итергә яратабыҙ. Йәй көндәрендә йыш ҡына һыу ҡойонорға барабыҙ. Ғаилә дуҫтары менән тәбиғәт ҡосағына ял итергә сығабыҙ, төрлө уйындар уйнайбыҙ, йыраҡта торған туғандар менән барып күрешеп, рәхәтләнеп ял итеп ҡайтабыҙ. Ғаилә менән урманға, еләккә лә йөрөйбеҙ. Беҙ урмандың матурлығына, тәбиғәтенә һоҡланып, хозурланып ҡарап торабыҙ. Бал ҡорттары эшкә керешкән, ҡоштар моңло һайрайҙар, әкрен иҫкән ел ағастарҙы иркәләй, матур күбәләктәр аллы-гөллө сәсәкләр менән серләшәләр, былар барыһы ла сихри көскә эйәләр. Ләкин ял ни тиклем ҡыҙыҡлы һәм рәхәт булмаһын, белем көнө яҡынлаша бара... Мин йәйҙе бик яратам.