- Физкультура дәресен яратмаған уҡыусы юҡтыр ул. Йүгерергә, һикерергә, шаярырға әҙер генә торған балалар өсөн ысын мәғәнәһендә ял дәресе ул. Спорт залда рәхәтләнеп күнекмәләр яһап, баштарын ауыр дәрестәрҙән һуң ял иттереп, дәртләнеп сығып китеүҙәре минең өсөн ҡыуаныс, үҙемә лә рәхәт булып китә. Физкультура ул бит сәләмәтлек, һаулыҡты нығытыу, хәрәкәттә булыу, хәҙерге йәштәр әйтмешләй, "драйв". Балаларға дөрөҫ йүнәлеш биреү, сәләмәт тормош тураһында дөрөҫ аңлатыу беҙҙең өҫтә. Әлбиттә, спорт менән шөғөлләнеү - сифатлы йәшәү өсөн кәрәк. Быны күбеһе аңлай.
Уҡытыусы – донъялағы иң ауыр, яуаплы һөнәрҙәрҙең береһе. Был юлды һайлаған кеше үҙен тулыһынса һөнәренә бағышларға бурыслы. Балалар менән эшләүе миңә оҡшай. Коллективҡа рәхмәт, беҙ һәр ваҡыт бер-беребеҙгә ярҙам итеп эшләйбеҙ...
Был хаҡта тулыраҡ гәзиттә баҫылды.