Бөтә яңылыҡтар
Байрам уңайынан
9 Август , 16:05

Спорт-тормошом мәғәнәһе

Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы, «Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре» исеменә лайыҡлы булған физкультура уҡытыусыһы Шәфҡәт Кинйәбаев:

Спорт-тормошом мәғәнәһе
Спорт-тормошом мәғәнәһе

- Минең өсөн уҡытыусы һөнәре һәр ваҡыт маҡтаулылар рәтендә булды. Ә физкультура һәм спорт тормошом мәғәнәһенә һәм йәшәү рәүешемә әйләнде. Балаларһыҙ һәм ошо һөнәрһеҙ үҙемде күҙ алдына ла килтерә алмайым. Уҡытыусы һөнәрен һайлаған кеше тәүлек әйләнәһенә эштә тиергә була. Шуға күрә балаларҙы яратҡан, улар менән уртаҡ тел таба белгән кеше генә был эште һөҙөмтәле алып бара алалыр.
Беҙҙең лицейҙа алдан ауылдарҙан килгән балалар ғына уҡыны. Улар, әлбиттә, физик яҡтан яҡшы үҫешкәндәр ине. Ундай уҡыусылар менән эшләүе еңел булды, төрлө ярыштарҙа ҡатнашып гел призлы урындар яуланыҡ. Физкультура буйынса олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаштыҡ. 2008 йылда Ирек Ибрашев тигән уҡыусыбыҙ ҡалабыҙҙа үткән олимпиадала призер, ә икенсе йылы уның еңеүсеһе булды. Ошо еңеүҙәр айҡанлы республикабыҙ мәғариф отличнигы исемен алдым. Үткән уҡыу йылында спортсыбыҙ Рәлиф Исхаҡов региональ этапта беренселеккә сыҡты...

Был мәҡәлә лә тулы вариантта гәзиттә бирелде. 

Автор:
Читайте нас: