Бөтә яңылыҡтар
Байрам уңайынан
27 Сентябрь , 07:31

Кескәйҙәрҙе яратам

Уҡыусылар менән алдан уҡ һөйләшеү буйынса, дәрестәр бөткәс тә «Толпар» балалар баҡсаһына ашыҡтыҡ.

Кескәйҙәрҙе яратам
Кескәйҙәрҙе яратам

Юлда балалар баҡсаға теләп йөрөүҙәрен, тәрбиәсе апаларын һағыныуҙарын һөйләп барҙылар.
Бына һаҡ ҡына ишекте асабыҙ. Унда беҙҙе уйнап йөрөгән балалар менән бергә көләс йөҙлө тәрбиәсе Рәсимә Фаурат ҡыҙы ҡаршы алды. Мәктәп уҡыусылары апаларын ҡосаҡлап, сәскәләргә күмде һәм байрам менән ҡотлап изге теләктәрен еткерҙе.
Эйе, Рәсимә Фаурат ҡыҙы кескәйҙәрҙе ныҡ ярата, шуға ла мәктәпте тамамлағас, күп уйлап тормай, документтарын Кумертау ҡалаһының педагогия колледжына тапшыра. Уҡыуҙы уңышлы тамамлағас та, Яңы Муса ауылында эшләй башлай. Һөнәрен ныҡ яратҡанға, тырышып эшкә сума. Бер аҙ эшләгәндән һуң , кейәүгә сығыу сәбәпле, Яңы Мораптал, һуңынан Яҡут балалар баҡсаһына күсә. Бында ла балалар изге күңелле тәрбиәсене үҙ итәләр. Ә тырыш ҡыҙ Рәсимә тыуған яғына ҡайтҡас, үҙ эшенә мөкиббән китеп, бар оҫталығын һәм күңелен һалып тағы ла ҡыуанып эшләй башлай. Оҫта тәрбиәсе кескәйҙәрҙең шәхси һәләтен күрә һәм үҫтерә белә. Шулай уҡ ата-әсәләрҙе балаларының уңыштарына һәм ниндәйҙер проблемаларына иғтибарын йүнәлтә. Рәсимә Фаурат ҡыҙы улар менән дә аңлашып, бер йүнәлештә эшләй. Шуға ла уны ата-әсәләр хөрмәт итә, ярата һәм ҡәҙерләй.
Төркөмгә төрлө йәштәге балалар йөрөй һәм ул һәр баланың күңеленә асҡыс таба белә.Кескәйҙәрҙәге үҙгәрештәрҙе шунда уҡ һиҙә. Тәрбиәсе уларҙың төрлө яҡлап үҫешенә, грамоталылығына күпме тырышлыҡ һала. Балалар был һоҡланғыс донъяны таный, диңгеҙ төбөнә «төшә», планета-йондоҙҙарға «менә», динозаврҙар осорона «ҡайта». Сабыйҙар үҙ фекерҙәрен әйтергә өйрәнә, хыялдарға бирелә, бәләкәйҙән уҡырға өйрәнә.
"Тәрбиәсе булып эшләүе үтә яуаплы, әммә мин кескәйҙәрҙе яратам. Иң мөһиме - балаларҙың һине үҙ итеүе. Әгәр ҙә улар һине ҡабул итмәй икән, тимәк, балалар баҡсаһында эшләү мөмкин түгел. Тәрбиәсе балалар менән уртаҡ тел таба алырға, уларҙы аңлай һәм ғәфү итә белергә тейеш. Бөтә күңелем менән эшемә бирелгәнмен. Һәр балала үҙ хеҙмәтемдең һөҙөмтәһен күрһәм, ата-әсәләрҙең рәхмәттәрен ишетһәм, был минең өсөн - барыһы ла!" - ти Рәсимә Фаурат ҡыҙы.
Эше менән дә, ғаиләһе менән дә уңды ул. Ялсыҡаевтар ғаиләһе өс балаға ғүмер бирҙеләр. 2 ҡыҙҙары ла кейәүҙә, Өфөлә йәшәйҙәр. Улдары Динислам мәктәптә тик "5" билдәләренә генә уҡый.
"Баш ҡалала фатирыбыҙ ҙа бар, әммә тыуған төйәкте, яратҡан эшемде ташлап киткем килмәй,"- ти беҙҙең изге күңелле Рәсимәбеҙ. Эйе, хаҡ һүҙҙәр. Киләсәктә лә һөнәреңә тоғро ҡалып, яңынан- яңы уңыштарға ирешеп, ҡыуанып эшләргә насип булһын!

Гөлшат Яматова, Яҡут башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы

Автор:
Читайте нас: