Бөтә яңылыҡтар
Байрам уңайынан
27 Сентябрь , 15:10

Ябай һөнәр түгел

Тәрбиәсе эше тәү ҡарашҡа ғына бик ябай һөнәр кеүек. Унда иң беренсе шарт һәм иң мөһиме - эскерһеҙлек, сабырлыҡ, ихласлыҡ кәрәк. Тирә-йүнгә, тәбиғәткә, тереклеккә һаҡсыл ҡараш, хеҙмәткә һөйөү, ата-әсәгә, дуҫтарға хөрмәт кеүек бик күп ыңғай һыҙаттар тәрбиәләү - тәрбиәсенең мөҡәддәс бурысы. Был һөнәрҙә иңдәренә оло яуаплылыҡ алырға ҡурҡмаған, сабыр холоҡло, бала йәнле кеше генә эшләй ала. Бына шундай тәрбиәселәрҙең береһе Земфира Ғүмәрова. Ул Яңы Мораптал ауылының ”Алһыу” балалар баҡсаһында эшләй.

Ябай һөнәр түгел
Ябай һөнәр түгел
2008 йылдың авгусында физкультура буйынса инструктор булып эшкә килдем, миңә һаҡсы булып эшләргә лә тура килде. Тәрбиәсе булып ныҡлап 2012 йылда эшләп киттем. Эшен, балаларҙы яратҡан кеше генә тәрбиәсе һөнәрен һайлайҙыр ул. Мин дә кескәйҙәрҙе ныҡ яратам. Күп кешеләрҙең тәрбиәселәр хаҡында: “Бының эше рәхәт, балалар менән генә балалар баҡсаһында эшләй”, - тигәндәрен ишеткән бар. Әммә улар хаталана, был эштең үтә лә яуаплы икәнен оноторға ярамай. Балалар менән эшләүе йылдан-йыл ауырая, нишләптер хәҙерге кескәйҙәрҙең күңелдәре ҡыйырылыға ғына тора. Ҡайһы бер балаларға бер һүҙ әйтеп булмай, ул бәләкәй генә балала шул тиклем агрессия ҡайҙан килә икән, тип уйлаған саҡтар ҙа була. Шулай уҡ туған телдәрендә һөйләшкән балаларҙың кәмеүе хафаландыра мине. Ата-әсәләр үҙҙәре башҡорт-татар булып та өйҙә балалары менән рус телендә аралашалар... Башҡорт-татар телендә бик күп конкурстар ойошторалар, ә беҙҙең балалар араһында үҙ телендә һөйлөшкәндәр бик аҙ ғына. Бына ошо ла инде беҙҙе борсоған ҙур мәсьәләләрҙең береһе тиер инем, - ти патриот, үҙ һөнәрен яратҡан Земфира Хәниф ҡыҙы. Шулай ҙа тырыш тәрбиәсе төшөнкөлөккә бирелмәй. Ул кескәйҙәр менән берлектә төрлө конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яулай. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн бихисап Рәхмәт хаттары һәм Почет грамоталары менән дә бүләкләнгән. Земфира Хәниф ҡыҙы балалар баҡсаһында "Йәш өләсәйҙәр" клубын да дәртләнеп башлап ебәрҙе. Башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү, һаҡлау һәм башҡорт мәҙәниәтен үҫтереү, ғаилә ҡиммәттәрен һәм йолаларын һаҡлау - өләсәйҙәр ойошмаһының төп маҡсаты булып тора. Бындағы йәш өләсәйҙәрҙең, әлбиттә баҡсала эшләгән тәрбиәселәрҙең ҡул ҡаушырып ултырырға бер генә лә ваҡыттары юҡ, һайт тигәнгә тайт тип торалар. Ял көндәрендә ейән-ейәнсәрҙәренә лә ваҡыт табып төрлө сараларҙа ҡатнашалар. Район һәм республика кимәлендә үткәрелгән сараларҙа ла балалар менән еңеүҙәр алып ҡайталар.
- Балаларҙың һәләтен асыу, үҫтереү, үҙ-үҙенә ышаныс тәрбиәләү - төп эшебеҙ. Ғөмүмән, бала һәр яҡлап та үҫешһен өсөн тәүге ойотҡоно һалырға тырышабыҙ. Эшем күңелемә дәрт өҫтәп тора, юғары баһаларға өлгәшһәк ихлас шатланабыҙ. Әйтергә кәрәк, миңә һәр саҡ ярҙамсыл, аңлаусан ата-әсәләр тура килде, уларға рәхмәтем сикһеҙ. Шулай уҡ бергә эшләгән колелктивым да бик яҡшы. Һәр кем тырыштар. Мәҫәлән һәр иртән балаларҙы йылмайып ҡаршы алған Мәҡсүтова Гүзәлиә Ирек ҡыҙы 35 йыл, ә Әхмәтгәреева Эльмира Венер ҡыҙы 30 йыл тәрбиәсе булып эшләйҙәр. Тәжрибәле хеҙмәткәрҙәрем дә балалар өсөн икенсе әсәй булып торалар, - ти Земфира Ғүмәрова.
Тәрбиәсе эшен еңел тип әйтеп булмай. Шулай ҙа һәр эштең үҙ мәшәҡәте, үҙенсәлеге була. Хеҙмәттәре ауыр булыуға ҡарамаҫтан, оло йөрәкле тәрбиәселәр балаларға бер ҡасан да йылы һүҙҙәрен йәлләмәй. Кескәйҙәр өсөн өҙөлөп тора улар, дәрестәр үткәреп, төрлө сағыу, мауыҡтырғыс байрамдар ҙа әҙерләйҙәр.
Хөрмәтле трбиәселәр, һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Тынғыһыҙ, ауыр хеҙмәтегеҙҙә ҙур сабырлыҡ, түҙемлек, үҙегеҙ тәрбиәләгән балаларҙың, уларҙың атай-әсәйҙәренең һәм тирә-йүндәгеләрҙең оло хөрмәтен, ихтирамын тойоп йәшәргә, эшләргә насип булһын. Киләсәктә лә ҙур уңыштар, мәңге һүнмәҫ ижад, балалар мөхәббәте юлдаш булһын!
Тәрбиәсе ярҙамсыһы булған Эльвира Танатарова ла үҙ эшен яратып башҡара. Ул 33 йыл тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләй. Тормош иптәше менән бер ул, бер ҡыҙ үҫтереп башлы күҙле иттеләр. Уларҙың да хәҙер үҙ ғаиләләре бар. Эльвира Зиннур ҡыҙы үҙ эшенең нескәлектәрен белеп, урыны еренә еткереп эшләй. “Ул эшләгән төркөм һәр ваҡыт ялт итеп йыйыштырылып, йыйналып тора, ваҡыты-ваҡыты менән тәрбиәселәргә ярҙамға ла ашыға ул”, - тиҙәр “Алһыу”ҙар.
Автор:
Читайте нас: