...2022 йылдың көҙө бигерәк ауыр килде (был ауырлыҡ һаман елкәнән төшкәне юҡ, ысынында). Һалдаттарҙы оҙаттыҡ. Атайҙарҙы. Беҙ ҙә һәр оҙатыуға, Күмертауҙың Тау колледжы янына, йөрөнөк. Тартыныу юҡ, илап ҡайттыҡ. Әсәләр, ҡатындар илағаны бер хәл, балалар илауына түҙер әмәл булманы, күҙҙәрҙе йәшереп, ҡушылып иланыҡ.
- Папа, папа, не уходиииии... - ике малай, береһенән-береһе бәләкәй сабыйҙар, шулай тип яр һалғайны. Тауыштары әле булһа ҡолаҡта сыңлай.
- Минем кыз елый инде әллә? - автобусҡа ултырған еренән бер ир кире төштө, бер ҡыҙ бала илай ине. Йөрәге ярыла яҙған әтей, түҙмәй, илаған баланы үҙенеке тип уйлап, уның янына кире йүгергәйне...
- Соланға тәмәке тартырға сыҡһам да, балам, арттан ҡалмай, миңә эйәреп сыға, ҡулды ебәрмәй, тағын оҙаҡҡа юғалтып ҡуйырмын тип ҡурҡа, - быныһы ялға ҡайтып, кире киткән атай һалдат һүҙҙәре...
- Дүшәмбе көнө садикта Атайҙар көнөн үткәрәләр, эштән иртәрәк китәйем әле, баламды барып алам, байрамды күрмәһен – атаһы өс йыл инде һуғышта, бәләкәсенең үҫкәнен дә күрмәй, ҡыҙыма ныҡ ҡыйын, башҡаларҙың аталарын яратҡанын ҡарай ҙа илай, - быныһы ире яуҙа булған әсә әйткәне...
...Бөгөн - Атайҙар көнө. Атаһыҙ бала - арҡаһыҙ, донъялағы бөтөн сабыйҙар ҙа арҡалы булып үҫһен ине. Был байрамға бәйле бар теләк ошо ғына. Амин.