Байрам уңайынан
25 Января , 04:26

Уҡыу өсөн бер ваҡыт та һуң түгел

Зифа ИСМӘҒИЛЕВА, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультетының 5-се курс студенты:

Уҡыу өсөн бер ваҡыт та һуң түгелУҡыу өсөн бер ваҡыт та һуң түгел
Уҡыу өсөн бер ваҡыт та һуң түгел

- Уҡыу өсөн бер ваҡыт та һуң түгел, тиҙәр. Мин дә ошо әйтемдән ситкә тайпылмай, ғаиләле, ике балалы булһам да юғары белем алыу теләге менән БДУ-ның Стәрлетамаҡта урынлашҡан филиалына уҡырға индем. Беҙ уҡырға ингәндә исеме шулай ине, бөгөнгө көндә инде Өфө фән һәм технологиялар университетында белем алабыҙ. Уҡырға ингәндә 6 йыл бигерәк күп һымаҡ тойолһа ла, 5-се курсҡа килеп еткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Шул арала мин йәнә бер тапҡыр әсәй булып өлгөрҙөм, ҡыҙыбыҙ Диана донъяға килде, бәләкәй балам булһа ла уҡыуымды ташламаным, академ ял да алманым...

Зифа Зим ҡыҙының, Студент көнө уңайынан, барлыҡ һөйләгәндәре гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас