- Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыйым. Табип булыу - бала саҡ хыялым. Киләсәктә балалар табибы, йәғни, педиатр булырға теләйем. Балалар – беҙҙең киләсәгебеҙ, һәм мин уларҙың сәләмәтлеге хаҡында хәстәрлек күрергә теләйем. Уҡыуы ауыр булһа ла, бик ҡыҙыҡлы. Уҡытыусылар бик яҡшы, улар беҙгә барыһын да аңлаталар һәм ярҙам итәләр. Ҡышҡы сессияны уңышлы тапшырҙым, был күп кенә тырышлыҡ һәм көс талап итте. Шәмбе көндәре лә уҡыйбыҙ, шуға күрә ауылға бик һирәк ҡайтып йөрөйөм. Ата-әсәйем яныма килеп китә, шуныһы йыуаныслы...
Сабинаның барлыҡ әйткәндәре тулыһынса гәзиттә баҫылды.