Үткән йәкшәмбе көнө районыбыҙҙа Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө үтте. Унда Чечня һуғышында улын юғалтҡан әсә Мәүлиҙә Мәҡсүтова ла ҡатнашты.
- Р.Солтангәрәев исемендәге Таймаҫ гимназияһында улымдың исемен йөрөткән класс бар. Мәрхүмемде йыл да яҡты хәтирәләр менән иҫкә алып, төрлө саралар үткәрәләр. Барыһы ла хөрмәт итте үҙен. Ул шаян, тапҡыр һүҙле, барыһынан да алда сапҡан шәхес ине. Уның күрһәткән батырлығын Чечняла ла онотмайҙар.
Ундағы бер мәктәптә лә Илсурымдың исемен йөрөткән класс бар. Ундағы уҡытыусы миңә хаттар яҙып торҙо. Улымдың батырлығы бер ҡайҙа ла онотолмауы күңелде йылыта. Ҡәҙерле кешемә
быйыл 50 йәш тулыр ине, ә ул минең күңелдә һаман яуҙа йөрөгән һалдат булып ҡалды. Шуға уның исемен мәңгелләштереү өсөн ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләйем. Улым рухы өсөн һәм яугирҙәргә ярҙам булһын тип тырышам. Күмертауҙа үҙем йәшәгән ерҙән юл аша ғына “Аҡ йылға” ирекмәндәр үҙәге урынлашҡан. Ошо гуманитар ярҙам йыйған үҙәккә лә йыш керәм һәм 3 мең йә 5 мең һум ҡалдырып сығам. Танып бөткәндәр үҙемде, ағинәйебеҙ килә, тип ҡыуанып көтөп торалар. Ғәзиз балаңды юғалтыуҙан да ауыр ҡайғы юҡ...
Был хаҡта мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫылды.