Бөтә яңылыҡтар
Байрам уңайынан
22 Февраль , 10:47

Мырҙам иҫтəлеге

Яңыраҡ илебеҙҙә Яугир - интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө билдәләнеп үтте. Ошо ҡот осҡос Афған һуғышында минең бер туған мырҙам Марат Ғәриф улы Байғузиндың да ғүмере өҙөлдө.

Мырҙам иҫтəлеге
Мырҙам иҫтəлеге

Был беҙҙең ғаилә өсөн ғүмерлек афәт булып ҡалды. Инде оҙаҡ йылдар үтһә лә, мырҙамдың яҡты иҫтәлеген һаҡлап, уны хәтергә алып тороуҙары күңелде йыуата. Ошо көндәрҙә Абдул ауылы урта мәктәбендә мырҙам иҫтәлегенә арнап волейбол ярышы уҙҙы. Ошо сараны ойоштороп, киләсәк быуынға тарихты, илебеҙ батырҙарын оноттормай, туғанымды хөрмәтләүҙәре өсөн мәктәп хеҙмәткәрҙәренә “Юшатыр” гәзите биттәре аша оло рәхмәттәремде еткерәм. Мәктәбебеҙ директоры Фәрғәт Юнир улы Аҡсуринға, сараны ойоштороусы уҡытыусылар Эльвира Марат ҡыҙы Рәзәповаға, Әлфинә Рәүил ҡыҙы Кәримоваға, Линера Ғибәҙулла ҡыҙы Ишмөхәмәтоваларға ҙур рәхмәт. Изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын, еңел булмаған эштәрегеҙҙә уңыштар, ғаилә именлеге, ныҡлы сәләмәтлек теләп ҡалам.

 Зөһрә КИНЙӘКӘЕВА, Абдул ауылы

Автор:
Читайте нас