Бөтә яңылыҡтар
Байрам уңайынан
23 Февраль , 08:58

Ил һағында тора улым

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан, әле генә яныбыҙҙа бәләкәй генә булып йүгереп йөрөгән, бөгөн инде беҙҙең ғорурлығыбыҙ булған, илебеҙ һағында торған улыбыҙ Динар Вахитов тураһында яҙып үтергә булдым.

Ил һағында тора улым
Ил һағында тора улым

Динарыбыҙ бәләкәйҙән теремек, тырыш, яуаплы егет булып үҫте. Бигерәк тә минең өсөн төп ярҙамсы, уң ҡулым булды, техника менән ҡыҙыҡһынып, һәр эштә ярҙам итеп, эште белеп үҫте. Әсәһе менән һылыуы өсөн барыһына әҙер булған ышаныслы терәк-таяныс та ул.
Шулай, әле генә янда йүгереп йөрөгән балалар күҙ асып йомғансы үҫә лә етә. Улыбыҙ ҙа мыҡты кәүҙәле, ҡыйыу ҡарашлы, батыр егет булып үҫеп буй етте. Һөнәр үҙләштерергә уҡырға ингән ине, ләкин илһөйәрлеген еңә алмай, тәүҙә әрме сафтарына барып ҡайтырға булды ул...

Марат Вахитов, Күмертау ҡалаһы

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас