Беҙ ҙә ҡыҙыҡ инде: фотола бар ауыл, билдәле, баҫып тора алмай, һыймайҙар. Ә торһалар, һыйһалар, ҡалай шәп булыр ине - һәр береһенең был байрамға кереткән өлөшө бар, яуҙа һуғышҡан олаталары, тылда бил бөккән өләсәләре бар.
Яҡшымбәткә кисә оло ҡунаҡ та килгән булған - Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидат, Газпром газораспределение Уфа" - "Газкомплект" ойошмаһы директоры урынбаҫары Раил Әбдрәхимов. Айыҡ ауыл, күп талантлы кешеләр сыҡҡан ауыл, барып, үҙ күҙҙәрем менән күреп ҡайтайым тигәндәр Былайтҡанына үкенмәгәндер, Яҡшымбәт - Яҡшымбәт булып ҡала, сара матур үткән, ә аҙаҡ концерт күрһәткәндәр. Был ауыл артистарының кимәле тураһында әйтеп тороуы артыҡ, үҙегеҙ беләһегеҙ.