Һуғыш донъя океанында ла аяуһыҙ барған, ә кораблдә бер төптән булмаһаң, эштәр харап.
Тыныс тормошта ла матростар үҙ холҡона тоғро булып ҡала - берҙәмдәр. Яңыраҡ ҡына улар Күмертауҙа үҙ көстәре менән һәйкәл һалды. Был монумент улар өсөн донъялағы иң изге ер һанала, үткән-һүткәндә күҙ һалып китәләр, гел йыйыштырып торалар.
Кисә лә диңгеҙ йәнле егеттәр һәйкәлдәре янында мәж килде. Байрам - уларҙың байрамы, һәйкәлдәре, флагтар менән ҡулын болғап, көлөп торһон.