

Шулайтып башҡа тыҡып үҫтерҙеләр - уҡыуҙа ла алда, космоста ла алда, ауыл хужалығында ла алда. Бының шулай булырға тейеш икәне бәхәсһеҙ ине, муйында галстук, түштә значок, кемдер борғо, икенсеһе барабан тотҡан. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, күп эштәрҙә алда булдыҡ та. Ҡайһы бер өлкөлә аҡһаһаҡ та, барған юлыбыҙ дөрөҫ тинек, тиҙҙән коммунизм буласаҡ, бар донъя, гулстугыбыҙ ише, ҡыҙыл буласаҡ, ярлылар ҡалмай, астар бөтә.
Коммунизм төҙөп булманы, ярлыларҙы бөтөрәбеҙ тип, уларҙы, киреһенсә, күбәйтеп ташланыҡ. Ер шарының байтаҡ ере ҡыҙылға мансылды шулай ҙа. Тик был беҙ теләгән төҫ түгел ине.
Пионерҙарҙы тиҙҙән иҫкә алыусы ла булмаҫ, музейҙарҙа һүрәтен күреп кенә хушһынырҙар. Шулай ҙа беҙ гел алға ынтылырбыҙ. Беҙҙең булмыш - тигеҙ рәттәргә теҙелеп, һәр саҡ алда барырға тырышыу. Байрам менән.