

Кисә үк барып урынлаштылар, Инвестһабантуй тип ауыҙ һыуҙары ҡороған мәл, бик етди сара, бынан, әлбиттә, Көйөргәҙе районы ла ситтә ҡала алманы. Әбйәлилгә кисә ҡуҙғалдылар, барып етеп, урынлашып, өтәләнмәй генә, әҙерләнеп торорға кәрәк. Делегация составына иң ышаныслы кешеләр генә инде, республика, сит ил ҡунаҡтары алдында мәсхәрәгә ҡалырға ярамай. Тирмә, күргәҙмә, аш-һыу - барыһы ла үҙебеҙҙеке.
Әле Хәбировты, уға ҡушылып атлаған, башҡа мәртәбәле ҡунаҡтарҙы көтәләр. Беҙ ҙә көтәбеҙ, үҙебеҙ бында, йән тегендә.