Асҡарҙағы Һабантуйға Көйөргәҙе районы делегацияһында иң мәртәбәле кешеләр генә булды. Унда барырға теләүселәр, ысынында, күп ине, әммә барыһын тейәп алып барып булмай - мөмкинлек сикле.
Бына Минияр ағай, бына Рәүеф, Фәнис ағайҙар, әлбиттә, Юлай менән Азамат абзый ҙа бындалар, ана, Фәрзәнә, Люба апайҙар...
Аҙ ғына ваҡыт эсендә республика етәкселегенә беҙ кем икәнде күрһәтеп өлгөрөргә кәрәк - еңел эш түгел был. Шулай ҙа, нимә-нимә, байрам итә, үҙебеҙҙе күрһәтә беләбеҙ, тирмә янына килгәндәрҙә матур тәьҫораттар ҡалдыра алдыҡ ахры. Был оло сара булһа ла, беҙҙең өсөн бары тик репетиция ғына булды. 10 июндә үҙебеҙҙә һабантуй була...