

Мин хәл-әхүәл һорашҡас, «имен», тине, хатта йылмайған да булды, ләкин барыбер уның күңеле һүрән ине. Ныҡлап төпсөнә торғас, әйтеп бирҙе:
- Бөгөн таңда мин иланым, — тине.
- Ниңә иланың?
- Былай ғына... Ҡартлыҡ иҫәрлегелер инде.
Әсә күҙ йәштәренә ҡарата улдың битараф ҡалыуы мөмкин түгел; әгәр әсәһе туҡһанды уҙған, ә улы алтмышты ҡыуып барған булһа, бигерәк тә.
Мин ҡайта-ҡайта һораштым:
- Әллә рәнйеттеләрме? Әллә сиреңде йәшерәһеңме?
- Мин йәлләп иланым.
- Кемде?
- Көҙөрә сәсле яланаяҡ ҡыҙҙы, һигеҙ йәшлек сабыйҙы.
- Кем ҡыҙын?
Кесе инәйем был һорауға ҡолаҡ һалманы, үҙенекен дауам итте:
- Усаҡ тоҡандырырға өйҙә шырпы булмағас, ажғырып торған ҡышҡы иртәлә, һоҫҡо тоттороп, әсәһе уны күлдәксән көйө ут күршегә тере күмер алырға ебәрә. Ҡуҙҙы алғас, кире югерә был. Үҙҙәренең ишек төбөнә еткәс кенә, тайып китә лә лып итеп ергә ултыра, һоҫҡолағы утлы күмерҙәр ҡар өҫтөнә сәселә. Ап-аҡ ҡарҙы, әйтерһең, ҡап-ҡара күҙ йәштәре өтөп, өңөп ала. Ҡыҙ бала шул ултырған көйө әрнеп илап ебәрә. Яланғас үксәләре боҙға йәбешә. Ул бала мин инем. Бөгөн таңда уянып, ана шул сабыйҙы ҡыҙғаныуҙан иланым. Тыйылыр әмәл юҡ. Мөмкин булһа, уға иң йылы кейемдәремде кейҙерер, иң татлы һыйҙарымды бирер инем. Юҡ шул... Мөмкин түгел. Күпме үкенһәң дә, мөмкин түгел. Йәнә... шул мөмкин түгеллек үкенесенән өҙгөләнеп иланым мин...
Бына шулай икән. Бәхетле булһа ла, бәхетһеҙ булһа ла, беҙҙең бала сағыбыҙ оҙон-оҙаҡ йылдар буйынса артыбыҙҙан эйәреп килә. Дөрөҫөрәге, беҙҙең күңелебеҙҙән китмәй. Кесе инәйемде әйтәм, һикһән йылдан артыҡ ваҡыт үткәс, яланаяҡ ҡар
өҫтөнән югереп килгән бала сағын ҡыҙғанып илай.
Был үҙе сабыйлыҡ түгелме? Сабыйлыҡтыр, моғайын, ә сабыйлыҡ, моғайын, сафлыҡтыр.
Сәселеп киткән күмер таптары ғына аҡ ҡарҙы ҡараға әйләндерә алмай...
М. Кәрим "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ".
Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған материалдар киләһе һанда гәзиттә баҫыла.