

Һәр йылда йәйҙең беренсе көнендә матур һәм халыкара дәрәжәләге байрам уҙа — ул балаларҙы яҡлау көнө. Балалар өсөн был көтөп алынған байрам, сөнки ул үҙе менән йылылыҡты ғына түгел, ә көтөп алынған йәйге ялдарҙы - каникулдарҙы ла алып килә.
Һәр ваҡыт шулай көтөп алынған байрам булып ҡалһын да! Балаларыбыҙ тейешле белем, тәрбиә алһын өсөн, һау-сәләмәт булһындар, һәр яҡлап алға табан үҫһендәр өсөн, беҙ мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тейеш. Иң мөһиме – балаларыбыҙ бәхетле һәм кешелекле булып үҫһендәр. Был - һәр ғаиләнең, йәмғиәттең төп һәм оло бурысы. Яңы Мораптал ауылында Алһыу балалар баҡсаһында ла бик матур сара үтте, бер бала ла иғтибарһыҙ ҡалманы. Ә беҙ - тәрбиәселәр балалар бәхетле булһындар, илдәр тыныс булһын тигән теләктә ҡалабыҙ. Беҙҙең балалар һуғыш күрмәһендәр.
Земфира Ғүмәрова, Яңы Мораптал ауылы.