Кескәйҙәргә ҡушылып, ололар үҙҙәре лә уйнарға кереште лә китте.
Бала саҡ ғүмере буйы һине оҙата бара, бик йыш, һәр кемдә шулай булғаны барҙыр, кире бәләкәй генә бала булғы килә.
Бөгөн Күмертау ҡалаһы М. Исҡужин исемендәге прогимназияның икенсе корпусы тәрбиәселәре тап шулай итте - кире балаға әйләнде.