Байрамдар
10 Июнь 2023, 11:38

Үтте был матур көн...

Ҡабатланмаҫ булып, тарихта ҡалды быныһы ла.

Үтте был матур көн...Үтте был матур көн...
Үтте был матур көн...
Быйылғы һабантуй былтырғыһынан нимәһе менән айырылды? 
Барыр ара күптәргә алыҫыраҡ булды. Баҡһаң, быныһы ла әллә ни ҙур бәлә түгел икән. Йәйәүләп бараһы түгел дә. Майҙан ҙур булды. Һыуһап киткәндәр, ниндәйҙер тирмәлә бик яҡын кешең булып ҡына керетмәһә, һыу алам тип, яландың икенсе осона тиклем йүгерҙе. 
- Халыҡ быйыл аҙыраҡ инде әллә?
- Юҡ, майҙан ҙур, халыҡ һибелешкәс, шулай күренә. 
Майҙандарыбыҙ гел ҙур, иркен булһын. Әммә һибелешмәйек, бергә тупланып, бер-беребеҙҙе йылытып йәшәйек.
Репортаж киләһе һанда баҫылыр. 
Автор:
Читайте нас