Ҙурҙан ҡубып үткәрмәкселәр илкәнәйҙәр был байрамды. Илкәнәйҙә байрам була тигәнде ишетеп ҡалғандар ҙа, ситтән бөтөн Тамьян ырыуы киләм тип дәртләнгән дә киткән. Килһендәр, илкәнәйҙәрҙең ҡунаҡсыл икәнен беләләр, ауылдың ниндәй матур икәнен дә беләләр (яңы асфальтты күрһәләр иҫтәре китер инде) - аҙаҡ һоҡланып бар ғаләмгә һөйләрҙәр: Тамьян ырыуының Илкәнәй ауылы хәтәр шәп.
...Кисә, өй беренсә йөрөп, һебә йыйғандар, һебә түгел, әйтерһең, халыҡтың күңел гәүһәрҙәрен йыйғандар.