Байрамдар
19 Июня 2023, 09:39

РУХЛЫ ЯМҒЫР

17 июндә Тамъян ырыуы башҡорттары ауылдарының береһе Илкәнәйҙә Көйөргәҙе районы тамъяндары һабантуйы һәм Тамъян ырыуы ҡоро кәңәшмәһе үтте.

РУХЛЫ ЯМҒЫРРУХЛЫ ЯМҒЫР
РУХЛЫ ЯМҒЫР

Илкәнәйҙәр был сараға ныҡлы әҙерләнгән. Хуш еҫтәр бөркөп торған йәм-йәшел үләнле яландағы тирмә үҙенә әллә ҡайҙан әйҙәп, саҡырып тора. Һабантуй көрәшселәре өсөн майҙансыҡ эшләнгән, буласаҡ еңеүселәргә бүләге лә әҙер: бер түгел ике һарыҡ көтөп ята. Менәм тигәненә бағанаһы ла ултыртылып, осона бүләктәр эленгән.
Ҡаҙандар аҫылған усаҡтар яғынан килеүсе төтөн менән тәмле аш еҫтәре танауҙы ҡытыҡлай. Ауылдың уңған гүзәл заттары иртә таңдан төрлө-төрлө аш-һыуҙарҙан, тәм-томдарҙан күҙҙең яуын алырлыҡ табын әҙерләгән.
Сараға Көйөргәҙе районы Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Данил Зиннәт улы Аҡилов, Башҡортостан милли музейы директоры, Тамъян ырыуы ҡор башы Рөстәм Әхмәт улы Исхаҡов, Тамъян ырыуы ҡоры ағзаһы, йырсы Зилә Лира, Мәләүез районы Советы рәйесе, Мәләүез районы тамъяндары ҡор башы Кәрим Сәғитов, Мәләүез районы Арыҫлан ауыл советы хакимиәте башлығы Айрат Шәйәхмәмтов, Арыҫлан ауыл мәҙәниәт клубы ойоштороусыһы Гөлсөм Хисаметдинова, Мәләүез районы тамъяндары вәкиле Фәнил Яманаев, Миәкә районы тамъяндары вәкиле Әсғәт Бәширов килде.
Һабантуй алдынан тирмәлә Тамъян ырыуы ҡорының сираттағы кәңәшмәһе үткәрелде. Унда февралдә Өфөлә уҙған тәүге кәңәшмәнән һуң ниндәй-ниндәй эштәр башҡарылыуы ентекле барланды. Ҡор башы Рөстәм Әхмәт улы беренсе планда торған мәсьәләләр, киләсәккә бурыстар һәм уларҙы яҡын арала сисеү, тормошҡа ашырыу юлдары хаҡында ентекле һөйләне. Көйөргәҙе тамъяндары ла ярты йыл эсендә байтаҡ эштәр башҡарған: Илкәнәй ауылы "Айыҡ тормош - 2022" конкурсында ҡатнашҡан, ошо көндәрҙә Илкәнәй ауыл советы хакимиәте тырышлығы менән Илкәнәйҙең үҙәк урамына асфальт түшәлгән. Был - ауыл халҡы өсөн оло ҡыуаныс. Хакимиәт башлығы Рөстәм Вахитов, уңған етәксе булыуы менән бер рәттән, йәмәғәтселек тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Ул - Көйөргәҙе тамъяндары ҡор башы, Тамъян ырыуы ҡоры ағзаһы. Быйыл Тамъян ырыуының II йыйыны Әбйәлил районында булырға тейеш ине. Инвестһабантуй үткәрелеүгә бәйле ул киләһе йылға күсерелде. Яҡҡан усаҡ һүрелмәһен өсөн, уға утын өҫтәп торорға кәрәккән кеүек, Рөстәм Минийән улы район тамъяндары һабантуйын ойоштороу менән бергә сираттағы кәңәшмә үткәреүҙе лә үҙ өҫтөнә алды. Бындай фиҙаҡәрлеге, илһөйәрлеге өсөн уға: "Афарин!" - тип әйтәһе килә. Ә әбйәлилдәр үҙе сәмле, үҙе дәртле, үҙе уңған халыҡ ул, әйткән һүҙҙәренән ҡайтмаҫтар, Алла бирһә, киләһе йылда тамъяндарҙың сираттағы йыйынын был район биләмәләрендә лә күрергә яҙһын.
Ҡунаҡтар район, ауыл хакимиәте етәкселәре, ырыу аҡһаҡалдары менән берлектә Илкәнәй тамъяндары әҙерләгән өҫтәлдәрҙе ҡарап, уларҙағы ниғмәттәрҙән ауыҙ итеп, сәй, ҡымыҙ эсте, Әлибаевтарҙың, Ишҡоловтарҙың, Әбделмәновтарҙың, Сафаровтарҙың һәм башҡаларҙың шәжәрәләре менән яҡындан ентекле танышты, уларҙың үҙ нәҫелдәре хаҡында ғорурланып һөйләгәндәрен ихлас тыңланы.
Быларҙың барыһы ла тиерлек Тамъян ырыуы бейе, башҡорт кенәзе һәм тарханы Шағәле Шаҡман вариҫтары икән.
Артабан ялан сәхнәһенә бер-бер артлы байрам менән ҡотларға һәм сығыш яһарға Данил Аҡилов, Рөстәм Вахитов, Рөстәм Исхаҡов, Әсғәт Бәширов, Тимер Ниәтшин һ.б. күтәрелде, Урындағы үҙешмәкәр артистарҙың, Фәнил Яманаев менән Зилә Лираның сығыштары байрам сараһын биҙәне. Рөстәм Исхаҡов Тамъян ырыуының йәмәғәтселек эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан бер төркөм яҡташтарыбыҙҙы Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне.
Сара башланғанда уҡ ямғыр күҙе төшә башлағайны. Ул яйлап баҫып алып яуа башланы. Бының өсөн бер кем дә ҡайғырманы, киреһенсә, барыһы ла шатланды ғына.
- Яуһын әйҙә, яуһын, беҙ ямғыр аҫтында торорға ла ризабыҙ, - тинеләр байрамға килеүселәр.
- Һеҙ беҙгә рухи ныҡлыҡ ҡына түгел, шифалы ямғыр ҙа алып килдегеҙ, - тине көйөргәҙеләр ҡунаҡтарға.
Ҡунаҡтар фекерҙәре менән бүлеште:
Әсғәт БӘШИРОВ:
Хөрмәтле ырыуҙаштар!
Илкәнәй ауылында уҙғарылған һабантуй һәм ауылдаштар байрамында тупланған тәьҫораттар менән уртаҡлашмай булмай. Ырыуҙаштарыбыҙ: Илкәнәй менән Йомағужа ауылдары халҡына, Рөстәм Миниән улы Вахитов етәкселегендәге сараны ойоштороусыларға ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткергебеҙ килә. Беҙҙең Тамъян ырыуы вәкилдәре - ҡунаҡсыл, яғымлы, татыу, ойошҡан, туғанды туған итә белеүсе һәм таланттарға бай халыҡ. Байрам сараһынан тыш Тамъян ырыуы ҡоры кәңәшмәһе үткәрелеүе ҙур әһәмиәткә эйә. Беҙ, тамъяндар, Башҡортостаныбыҙҙың бик ҙур өлөшөн биләп, төрлө төбәктәрҙә таралышып йәшәһәк тә, уй-фекерҙәребеҙ, теләк-ынтылыштарыбыҙ бер үк. Бөгөнгө сара - шуның асыҡ сағылышы.
Гөлсөм ХИСАМЕТДИНОВА:
Бик тә кәрәкле, ваҡытлы осрашыу уҙҙы, тик йылы матур тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы ырыуҙаштар йыйыны. Егеттәр, һеҙ - беҙҙең төп эште алып барыусылар, урынлы кәңәштәрегеҙ, фекер һәм пландарығыҙ бик оҡшаны! Афарин, ғорурланып ултырҙым һеҙҙе тыңлап, тик уңыштар юлдаш булһын һеҙгә!
Тәлғәт ШАҺМАНОВ.

Тамъян ырыуы төркөмөнән. 

Автор:
Читайте нас