

- Теүәл ике йыл элек өс туған Ғибадулла улы Әхсән абзыйымдан атаһының мираҫ итеп ҡалдырған ҡул яҙмаларын, нәҫел шәжәрәһен һәм Ҡыпсак ырыуының ҙур шәжәрәһен һорап алдым. Сәбәбе, Репрессия ваҡытында сит яҡтарҙа һибелеп ҡалған барлыҡ яҡындарыбыҙҙы табып, туғанлыҡ ептәрен нығытыр өсөн ата-бабаларыбыҙҙың төйәге, Ҡунаҡбай ауылында Шәжәрә байрамы ойоштороу теләге ине.
Эҙләнеүҙәр, табышып танышыуҙар ике йылға яҡын барҙы. Һөҙөмтәһе, әҙер шәжәрәгә табылған Ҡулгильдиндар һәм йәш быуын керетелде;
Фотокарточкаларын ҡуйып башҡорт телендә шәжәрә эшләнде;
Алты биттән торған, Ҡулгильдиндарҙың “Башкиры рода Кыпсаҡ" тигән альбомы төҙөлдө; 1941-1945 йылдарҙа хәбәрһеҙ юғалған бабай, олатайҙарыбыҙ табылды һәм 2023 йылдың 12 июнендә барлыҡ туғандарҙың көсө, ярҙамы менән Ҡунаҡбай ерендә шәжәрә байрамы үткәрелде. Байрамға Ҡырғыҙыстандан, Мәскәүҙән һәм Татарстандан Ҡулгильдин Ғибадулла менән Нурмөхәмәттең ейәндәре лә ҡайттылар. Был сараға төп Ҡульгилдиндар ғына түгел, ошо фамилиянан сығып таралған яҡындарыбыҙ ҙа ҙур ярҙам күрһәттеләр, мәҫәлән дүрт ҡорбан салдылар, оло ҡаҙан былау, аш бешерҙеләр. Шулай ук Ҡульгилдиндар нәҫеле йыр-моңға ла оҫта булып сыҡты, боронғо йырҙар йырланылар, бейенеләр.
Мәскәүҙә йәшәүсе туғаныбыҙ Илдар Талғәт улы киләсәктә Ҡунаҡбайҙан яуға китеп ҡайта алмай ҡалған батырҙарыбыҙға обелиск тау эшләп ҡуйырға тип тәҡдим яһаны.
Был хаҡта тулыраҡ гәзиттә баҫылды.