Байрамдар
24 Июнь 2023, 05:39

"Фәрештәләргә" рәхмәт!

Кинйәбай ауылы "Ләйсән"балалар баҡсаһы, Йәмғиәт палатаһы рәйесе Васильева Э.С. менән берлектә, Медицина хеҙмәткәрҙәренә бағышланған сара үткәрҙе.

"Фәрештәләргә" рәхмәт!"Фәрештәләргә" рәхмәт!
"Фәрештәләргә" рәхмәт!

Кинйәбай ауылында Ғәббәсова Лилиә Рәшит ҡызы 40-сы йыл медицина хеҙмәткәре булып эшләй. Хеҙмәт юлын ошо ауылдан башлаған. Беҙҙең балаларҙы һәр ваҡыт ҡарап, тикшереп, кәңәштәрен биреп тора. Бөтә ауыл исеменән Лилиә Рәшит ҡызына рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ. Шулай уҡ оҙак йылдар ярҙамсы булып эшләп, әлеге көндә хаҡлы ялда булған Ғәббәсова Миңнури апайҙы ла байрам менән ҡотлап үттек. Уларға алдағы көндәрзә ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, оҙон бәхетле ғүмер, ғаилә бәхете, балалары, ейән-ейәнсәрзәре менән ҡыуанып йәшәргә яҙһын! Әлдә һеҙ бар әле, Ак халатлы фәрештәләр!

Минзилә Ғәббәсова, "Ләйсән" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, Кинйәбай ауылы.

Автор:
Читайте нас