Байрамдар
25 Июнь 2023, 07:32

Бахмутта түгел, Кинйәлә

Ҙур Ҡорбан байрамы, 1 июлдә, 1-се Кинйә ауылы яланында (тәүҙә Бахмут яланында тиҙәр ине) үтәсәк.

Бахмутта түгел, КинйәләБахмутта түгел, Кинйәлә
Бахмутта түгел, Кинйәлә

Быйыл ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙарға айырым тирмә бүләсәктәр.
Шулай уҡ уйындар өсөн дә урындар айырым буласаҡ. Уйындарҙың ҡыҙыҡлы булыуы көтөлә һәм һәр еңеүселәргә бүләктәр ҡаралған. Килегеҙ ҡурҡып-ҡаушап тормағыҙ. Һеҙҙән дин буйынса кейенеү һәм яҡшы кәйеф кәрәк буласаҡ. Һорауҙарығыҙ булһа Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы имам-мөхтәсибе Айнур Ҡәҙимовҡа ( 8 937 313 25 32) һәм Күмертау Дини мәҙәни үҙәктең етәксеһе Нурия Хәлиловаға (8 927 927 58 60) шылтырата алаһығыҙ.

Фотоларҙа: былтырғы байрамдан күренештәр. 

Автор:
Читайте нас