Башҡортостан - Беларусь дуҫлығы форумында беҙҙең район мәҙәниәт хеҙмәтҡәрҙәре ҡуна ятып тиерлек байрам итә. Беренсе көндән үк күҙәтеп барабыҙ (йәл, беҙ унда түгел), кемгә нисектер, меңәрләгән халыҡ араһында иң матурҙары, сағыуҙары беҙҙекеләр кеүек күренә.
Юрий Антонов бер интервьюһында "Беларус халҡы - бик йомарт, киң күңелле матур халыҡ" тип һоҡланып әйткәйне, алдамаған, беларустар, ысынлап та, матур халыҡ. Хәс беҙҙең һымаҡ.