Ә мөнәжәттәр һәм дини шиғырҙар һөйләү буйынса: 1 –се урынды Күмертау мәҙәни үҙәге уҡыусылары алды. Кәримова Сәмәрә, Миһранова Таңһылыу, Исхаҡова Әлиә, Абдуллина Резеда, Йәғәфәрова Рәйсә, Әҙеһәмова Фәйрүзә мөнәжәттәр башҡарыу менән бергә, Нурия Хәлилова ижад иткән дини шиғырҙарҙы оҫта итеп һөйләнеләр. 2-се урынға Яҡуп ауылының мөслимәһе Айһылыу Емилова; 3- сө урынға Ермолаево мәсете шәкерттәре лайыҡ булды.
Ҡөрьән сүрәләрен яттан һөйләүсе ҡыҙҙарҙың һәр береһен маҡтап китмәй булмай. Бигерәк тә, Яҡшымбәттән Фәрхәт хәҙрәттең ҡыҙы Аҙнабаева Фарина, Ермолаевонан Аиша, Дәминдарова Әминә, Күлмәтова Азалия, Аҡһарова Риана, Мәрйәм, Кибиткина Йәсминә, Ильяс хәҙрәттең улы Әмин, Нәйлә ханымдың ейәне Таһир һәм ейәнсәре Аиша, бөтәбеҙҙе лә һоҡландырып бер-бер артлы сығыш яһанылар.
Был байрамда бигерәк тә ир-егеттәр әүҙем булды. Ҡөрьән сүрәләрен һөйләү ярышында 20-нән артыҡ бала ҡатнашты, Ниғмәтуллин Исмаил еңеп сыҡты һәм һарыҡ менән бүләкләнде! Бына, исмаһам, буласаҡ Ҡөрьән-хафиз, исламдың киләсәге!
Тоҡ менән һуғышыу, арҡан тартышыу, уҡтан атыу ярыштары ла төшөп ҡалманы. Иң ҡыҙығы - Рәсүл, Әделғәни, Айнур хәҙрәттәрҙең ауыл имамдары менән бергәләп футбол уйнауы булғандыр.
Нурия ХӘЛИЛОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Күмертау ҡалаһы Дини-мәҙәни Үҙәгенең етәксеһе, Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы мөслимәләренең рәйесе
Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды.