

Дамир Байгильдин башмаҡ ите бирҙе, кафе хужалары Марат менән Альбина Төхвәтуллиндар ҙа өҫтәлгә һый-хөрмәт теҙҙе, уларҙан тыш, мәжлескә йыйылған һәр береһе буш ҡул менән килмәне. Шулай итеп, күмәкләп тырышҡас, өҫтәлдәр һыйҙан һығылып торҙо.
Ауылыбыҙҙың уңған ҡатын-ҡыҙҙары: Хәмитова Гөлназ, Рахманғолова Мәрхәбә, Төхвәтуллина Альбина, Саттарова Роза, Вахитова Мөнирә, Төхвәтуллина Мәҙинә, Шәмсутдинова Рәлиә, йүгереп йөрөп, өҫтәл ултыртып, ҡунаҡтарҙың күңелен күрҙе. Муллабыҙ Рахманғолов Рифҡәт ир-аттар ултырған яҡта доғалар ҡылды, ҡатын-ҡыҙҙар яғында абыстайыбыҙ Юлбаева Мәүлиҙә доғалар уҡыны...
Камил ХӘСӘНОВ, Иҫке Мораптал ауылы старостаһы
Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды.