Әммә ҡала менән район уны кисә билдәләне. Ике муниципалитет бергә үткәрергә булды - айырылышҡан һымаҡ булһаҡ та, йәндәр һаман бер-береһенә тартыла - яҙмыштар уртаҡ.
Моряктар үҙҙәре һалған һәйкәл янында тантана булды, кискәрәк Гагарин паркында концерт үткәрҙеләр. 19 номер менән сығыш яһаны артистар, һалҡын төшөп өлгөрмәгәйне, шуға халыҡ бик күп булманы әллә.
...Моряктарҙы бүләкләнеләр. Был егеттәрҙе яҙмыш күптән бүләкләгәйне, буғай: ғүмер юлдарын диңгеҙ менән бәйләп. Тәндә тельняшка, башта - бескозырка, артыҡ һүҙ кәрәкмәй, барыһы ла былай ҙа аңлашыла - байрамығыҙ менән, моряктар.