

Диңгеҙ флоты егеттәрен бергә туплап тороусы, бөгөнгө көндә хәрби операцияла йөрөгән егеттәребеҙгә лә ярҙам итеүсе - Әмир Әкрәм улы Биктимировҡа рәхмәтлемен. 2022 йылда үҙ көсөбөҙ менән Диңгеҙ флотында хеҙмәт итеүселәр хөрмәтенә монумент яһап ҡуйҙыҡ, шунда әүҙем булған егеттәребеҙҙе лә билдәләп үтмәй булмай. Ғәмәлдәге офицерыбыҙ Павел Пудовкин, шулай уҡ, Минибай Аҙнабаев, Альберт Вахитов, Рәфис Илбулов, Азамат Шәйәхмәтов, Айрат Келов, Винер Кашаев, Илдар Ваһапов, Юрий Иванов, егеттәр һаны бихисап, барыһын да иҫләп тә бөтөп булмай, ошо егеттәр монумент төҙөүгә бик күп көс һалды, - ти Марат Вахитов.
Мәҡәлә гәзиттә тулы вариантта баҫылды.