Байрамдар
13 Август 2023, 03:45

Белеп ал

Кәләш алһаң, Урал аръяғынан ал икән.

Белеп алБелеп ал
Белеп ал

Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылы егете Азат Ғәлиевтың хәләле Йылайырҙан, шуға ул йыл да, мәғрүр Урал тауҙарына барып, ял итеп, хөрмәтле кейәү сифатында, ҡунаҡ булып ҡайта. Быныһы ярар, Урал аръяғында йылына бер нисә тапҡыр ҙур байрамдар ойошторола, ике һылтауҙы бер итеп, Азат Зөлфәҡәр улы ошо байрамдарҙа ла ҡатнашырға өлгөрә.
Кисә ул Баймаҡта булған. Бында "Башҡорт аты" фестивале шауланы. Баймаҡ халҡы, күптәр белә, ҡунаҡсыл халыҡ, өрмәгән ергә ултыртмағандар беҙҙең яҡташтарҙы.
- Байрам хәтәр киң масштаблы булды, - ти А. Ғәлиев, - кешенең күплеге... Ярыштар оҡшаны, бүләктәре шәп, ҡыйбатлы ине. Көйөргәҙе, Күмертау кешеләре лә тап булды, Маргартира менән Фәнит Моратбаҡыевтарҙы осраттым...
Әле "кейәү" Йылайырҙа. Ҡайтырға юлланалар. Машина менән булһалар ҙа, үҙҙәрен Аҡбуҙатта сапҡан Урал батыр менән Һомайҙай тоялар - "Башҡорт аты"ның тылсымы шулай тәьҫир иткән.

Автор:
Читайте нас